Йылайыр районында донъя халыҡтары эпостарын һөйләүселәрҙең беренсе төбәк фестивале үтте 18.04.2017

Конкурста Әбйәлил, Ейәнсура, Бөрйән, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары, шулай уҡ Сибай, Учалы, Баймаҡ ҡалаһы уҡыусылары ҡатнашты. Сара сиктәрендә мифик персонаждарға арналған бай һәм үҙенсәлекле күргәҙмә лә ойошторолдо.

Артабан сара сәхнәлә дауам итте. Балалар «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы, «Арса бал» исемле шотланд, «Раяманна» һинд эпостарынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Ойоштороусылар фекеренсә, ауыл-тел ижады жанрҙарына ҡарата һаҡсыл ҡараш талап ителә. Уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Артабан конкурс ҡатнашыусылары ЮНЕСКО программаһы һәм проекттары тураһында ойоштолоған фекер алышыу майҙансығында оҫталығын һынаны.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика