«Йыл йыры» - 2015

«Йыл йыры» - 2015 08.02.2016

«Юлдаш» радиоһы тыңлаусыларын йәнә концертҡа йыйҙы. Был юлы сәхнәлә ФМ 105.5  тулҡындарында яңғыраған популяр йырҙар яңғыраны. Тамашасылар алдында хит-парад еңеүселәре сығыш яһаны. Бында билдәле эстрада йырсылары менән бер рәттән, сәхнәлә тәүге аҙымдарын яһаусы йәш артистар сығыш яһаны.

Йәш һәм талантлы йырсы Иҙел Нурғәлин сәхнәгә сығыу менән тамашасыны арбап алды. Дәрт-дарманы ташып торған егет йырын башҡарып ҡына ҡалманы, оҫта иттереп бейеп тә күрһәтте. Ләкин тамашасының кәйефе былай ҙа күтәренке ине, артистар менән бергә уларҙың күңелен «Юлдаш» радиоһы алып барыусылары ла асты. Кисә яҡындан аралашыу, бер туҡтауһыҙ шаяртыу формаһында үтте. Сөнки «Юлдаш» башҡарыусылар менән ысынлап та, тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Быны сығыш яһаусылар үҙҙәре лә йөпләне.
Сәхнәлә Хәсән Усманов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Гөлдәр Ишҡыуатова һәм башҡалар. Улар бөтәһе лә радио тыңлаусыларға күптән таныш һәм яҡын. Бынан тыш, концертта эксперименттарға ла урын булды. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Диләрә Иҙрисова романс башҡарҙы.
Ошо уҡ кисәлә сәнғәткә индергән ҙур өлөшө өсөн Диләрәнең өләсәһе, Нәжиә Аллаярова «Юлдаш»тың махсус премияһына лайыҡ булды. «Йыл йыры» - 2015 кисәһендә барыһы 30 артист сығыш яһаны, улар өсөн радио тыңлаусылар үҙҙәре тауыш биргән.
Бындай форматта үткән концертты тамашасылар ҙа бик яратты. Сағыу тамашаның географияһы йылдан-йыл киңәйә. Быйыл мәҫәлән, «Башҡортостан» концерт залы сәхнәһенә Ҡазан ҡунаҡтары ла сыҡты. Шулай итеп «Йыл йыры» «Юлдаш»ты тыңлаусыларға яратҡан артистарын радио аша ишетеү генә түгел, ә сәхнәлә лә күреү мөмкинлеге бүләк итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика