Йыл дауамында барған «Сулпылар» телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды 06.12.2016

Март айында старт алған йыр-моң конкурсы 13 яңы  исем асты.

Ойоштороусылар һәр йыл һайын «Сулпыларҙы» төрлөләндереп, яңылыҡтар индереп тора. Быйыл өсөнсө тур Өфөлә ойошторолманы, «Тамыр»ҙар һәр бала йәшәгән төбәккә барып тулы сюжеттар төшөрөп күрһәтте. Финалға үтеүсе 12 конкурсант башҡалала сәхнә йондоҙҙары менән бергә гала-концертта ҡатнашыу бәхетенә иреште.
Байыл финалға сығыусылар: Баймаҡтан Айгүзәл Зәйнуллина, Илсаф Ишбирҙин, Ғайса Рәхимов, Стәрлебаштан Нур Собханғолов, Туймазынан Марат Әхмәтйәнов һәм Камилла Йәнбухтина, Бөрйәндән Азалия Билалова, Илештән Вилнур Фазылов, Сибай ҡалаһынан Алмаз Заманов, Федоровканан Айгизә Ирғәлина, Нуримандан Элина Ғабдрахмановалар. «Тамашасы һөйөүен» Учалынан Алтынай Әхмәҙиева яуланы.
Һәр үҫмер талпынып көтөп алған сағыу йыр-моң конкурсының финалы тамам. Гран-при эйәһе- Стәрлебаш егете Нур Собханғолов. Музыкаль ғаиләлә ике үҫмер ҙә киләсәктә «Сулпылар» конкурсында ҡатнашырға теләк белдерә.
«Тамыр» телеканалының «Сулпылар» конкурстарында уңышлы сығыш яһаусы йәш йырсылар - Марсель Ҡотоев, Гөлсөм Бикбулатова, Зөлхизә Илбәкова, Сабина Кучаева, Илнур Рамаҙанов, Айгөл Муллагилдина, Гәлсәр Байғусҡаровалар исеме тамашасыларға яҡшы таныш. Йәштәргә оло сәхнәгә юл күрһәтеүсе конкурс киләсәктә лә яңы исемдәр асыр. Сулпыларҙың саф сыңын хәтерләткән  тапшырыуҙы «Тамыр» каналы 31 декабрь кисендә тулы вариантта күрһәтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика