ЮНЕСКО ойошмаһына 70 йыл

ЮНЕСКО  ойошмаһына 70 йыл 18.05.2015

Тарихи дата айҡанлы бөгөн Өфөлә хәйриә  концерты үтте.

Башҡортостанда ЮНЕСКОның  комитеты 1998 йылда асыла. Әлеге ваҡытта республикала ойошманың асссоциацияланған 27 мәктәбе  бар,  өс вузда  ЮНЕСКОның кафедралары эшләй.  Комитет мәғарифты үҫтереү, мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау, милләт-ара татыулыҡты нығытыу  буйынса даими эш алып бара. Мәҫәлән,  ойошма «Урал батыр» эпосын төрлө телдә һөйләүселәрҙең конкурсын ойоштора. Байрам концерттары ла төрлө  милләт халыҡтары ҡатнашлығында үтә.  Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының «Арман» фольклор-этно төркөмө ағзалары фекеренсә, бындай саралар башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте менән танышырға ярҙам итә,  дуҫлыҡ күперҙәре һала.
Бөгөн дә бер сәхнәлә башҡорт, рус, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, испан  йыр-көйҙәре яңғыраны,  бейеүҙәре күрһәтелде.  Ҡаҙаҡ егете Ильяс Сағынбек  әйтеүенсә, башҡорттар менән ҡаҙаҡтар араһында оҡшаш сифаттар күп, шуға күрә  Ильяс Башҡортостанға уҡырға килгән. Концертта ул тамашасыларҙы тыуған телендә йырлап  һөйөндөрҙө.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика