«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр каналы бөгөн үҙенең 15 йыллыҡ юбилейын күркәм концерт менән билдәләне 25.09.2015

Милли радионы байрамы менән тәбрикләргә йөҙҙәрсә тыңлаусыһы йыйылды.

Нурия Чулкова һуңғы өмөтөн өҙмәй, Конгресс-Холл алдында дуҫтары менән баҫып тора. Бына-бына яратҡан радиоһының юбилей байрамы башлана. Бәлки, буш урындар табылыр?! Ә бына фойела концерт алдынан һәр кем үҙен алып барыусы ролендә һынап ҡарай алды. Бының өсөн махсус ҡорамалдар ҙа ҡуйылғайны. Шулай уҡ «Юлдаш»тың тоғро дуҫтары радионың «эш ҡоралдары» менән дә танышты.
Бына ул популяр радионың алыштырғыһыҙ алып барыусылары. Улар - тоғро тыңлаусыларын, хәҙер инде тамашасыларын сәләмләп, концерттың бай һәм йөкмәткеле булыуын вәғәҙәләне. «15 йыл күп тә, аҙ ҙа һымаҡ. «Юлдаш» йәш егет кенә әле», - тип көлөштөләр һуңынан сәхнәлә.
Тере тауышҡа йырлаған артистарҙы халыҡ дәррәү ҡаршы алып, алҡыштарға күмде. Сәхнәлә тыуған илгә, ергә һөйөү һүҙҙәре яңғыраны, йырсылар үҙ сиратында ижади уңыштарын радиоға бәйләне. «Юлдаш» аша танылыу алыусылар етерлек. Яңы тауыштар менән тыңлаусыларҙы ҡауыштырыусы ла ул.
«Юлдаш»тың кескәй дуҫтары ла тамашасыларға байрам кәйефе өҫтәп, бәйләнештәрҙе өҙмәҫкә саҡырҙы. Бәхетле бала саҡ хаҡындағы киләһе сығыш иһә сағыулығы менән айырылып торҙо. Зал тулы тамашасылар ҙа республиканың төрлө тарафынан йыйылғайны. Билеттарҙы алдан уҡ алып ҡуйҙыҡ, ти улар.
«Юлдаш»тар яратҡан тыңлаусыларын бүләкһеҙ ҡайтарманы. Сара сиктәрендә лотерея уйынын үткәреү ҡаралғайны. Шулай уҡ юбилей тәмле тортһыҙ ҙа үтмәне.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика