«Юлдаш»каналы Силәбенең Арғаяш, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл һәм Әлмән райондарында  һөйләй 12.09.2014

Ниһайәт, шатлыҡлы ваҡиғаны Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә кисерҙе. Ҡыуандыҡ районында радиостанция тулҡындарын тапшырыусы ҡоролма эш башланы.

Ғәбит Тойғонов был көндө 10 йылдан ашыу көткән. Радиоалғыста башҡорт йырҙары, милли телдәге тапшырыуҙар ишетеүенә шатланып бөтә алмай. Тормош иптәше Рәшиҙә лә тыуған моңдарҙы тыңлап рәхәтләнеп аш-һыу әҙерләй. «Юлдаш» радиоһы беҙҙең йортта тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, ти улар.
Ырымбур өлкәһендә «Юлдаш» радиоһы һөйләй башлауын барыһы ла ҡыуанып ҡабул итте. Радиостанция тулҡындарын тапшырыусы ҡоролманы сафҡа индереү тантанаһы туған телдәге йыр-моңға һыуһаған милләттәштәребеҙ өсөн күркәм байрамға әйләнде.
«Юлдаш» радиоһы тапшырғысы Ҡыуандыҡ ҡалаһынан 17 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.  Ырымбур өлкәһенең төньяҡ райондарында башҡорт халҡы күп йәшәй. Тулҡындар ошо тауҙарға тиклем тота. Тимәк, был райондарҙа тупланған 70 меңдән ашыу кеше «Юлдаш»тың тоғро тыңлаусыһына әйләнде.
«Юлдаш» йыр-моң каналын хәҙер Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр өйҙә генә түгел, урамда ла, автомобильдә лә тыңлай ала. Бының өсөн радиоалғыстарҙы 107 Мгц йышлыҡтарына ҡуйырға кәрәк. «Юлдаш» аша ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Башҡортостан яңылыҡтары, арҙаҡлы шәхестәре менән танышасаҡ. Шулай уҡ үҙҙәренең алыҫта йәшәүсе туғандарына сәләм юллай ала. Беҙ бергә!
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика