«Юлдаш» асҡан йондоҙҙар

«Юлдаш» асҡан йондоҙҙар 10.11.2014

Һәүәҫкәр башҡарыусылар араһындағы уҙғарылған  «Юлдаш йыры – 2014» асыҡ республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Гала-концертта бәйгенең барлыҡ  баҫҡыстарын уңышлы үткән 25 финалист сығыш яһаны. «Юлдаш» йыр-моң каналы ойошторған бәйгелә ҡатнашып, улар бөтә республикаға танылды.

Ҙур сәхнәгә сығырға һанаулы ғына ваҡыт ҡалған. Конкурсанттарҙың күбеһе, тамашасы алдына тәүгә сығырға йыйынғанға, тулҡынланыуын йәшерә алмай. Төрлө һөнәр эйәләре -  табип, шәфҡәт туташы, ташсы, уҡытыусы, хужабикә һәм башҡа бик күптәрҙе йырға һөйөү берләштергән.
Йыр-моңға ғашиҡ 25 финалист сәхнәлә  йондоҙ булып балҡыны. 80 башҡарыусы араһынан уларҙы  мәртәбәле жюри һәм шулай уҡ талапсан тамашасылар һайлап алған.  Бишенсе тапҡыр үткәрелгән бәйгенең быйыл ҡатнашыусылар даирәһе лә киңерәк. Конкурста Ырымбур, Свердловск, Иркутск өлкәләре, Мәскәү һәм Ҡазандан  һәүәҫкәр башҡарыусылар ҡатнашты.
«Юлдаш йыры» бәйгеселәре сәнғәт һөйөүселәргә ысын асыш булды. Яңы тауыштар тамашасыларҙа һоҡланыу хистәре уятты, күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртеп, күҙ йәштәрен дә сығарҙы. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса 35 йәшкә тиклемге башҡарыусылар араһында еңеүсе тип Бөрйән районынан биш бала әсәһе Сәлимә Ғарифуллина табылды. 35 йәштән өлкән йырсылар араһында беренсе урынға  һөнәре буйынса төҙөүсе, Баҡалы районында йәшәүсе Дилбәр Нурғәлиев лайыҡ булды.
«Тамашасы һөйөүе» номинацияһында Балтас районынан Резедә Әхмәтова алға сыҡты. Конкурсанттар шулай уҡ «Өмөт», «Йырға тоғролоҡ» һәм  башҡа номинацияларҙа билдәләнде, уларға бағыусыларҙан бүләктәр тапшырылды.
«Юлдаш йыры» бәйгеһе махсус белеме булмаған халыҡ һандуғастарына ҙур сәхнәгә юл асты. Бәйгеселәрҙең тауыштары бөгөн радио тулҡындарында яңғырай,  иң мөһиме - һәр конкурсант  үҙ тыңлаусыһын һәм тамашасыһын яулай бара.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя


Возврат к списку