Юл төҙөүселәр ҙә шаярта белә

Юл төҙөүселәр ҙә шаярта белә 22.02.2017

Күгәрсен районында ойошмалар һәм предпритиелар араһында шаяндар һәм отҡорҙар уйыны ойошторолдо.

Мораҡ мәҙәниәт һарайында уҙғарылған бәйгелә тиҫтәнән ашыу команда көс һынашты. Йәштәр Экология йылына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған шаярыуҙар әҙерләй.
Хәрби кейемдәрҙә сығыусы егеттәрҙе залда ултырыусылар көслө алҡыштарға күмде, әрме темаһына арналған сәхнәләштереүҙәрҙе жюри ағзалары ла юғары баһаланы. Квн-сылар үҙҙәрен оҫта бейеүсе, йырсы булараҡ та күрһәтте. Бигерәк тә  район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренең сығыштары маҡтауға лайыҡ. Шулай ҙа иң шаян ойошма булараҡ юл төҙөлөшө һәм ремонтлау идаралығы командаһы танылды. Еңеүселәр дипломдар һәм тәмле торттар менән бүләкләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика