Әйткәндәй, был аҙна китап туйҙарына бай булды 15.01.2017

Башҡортостанда ике тарихи баҫма донъя күрҙе. Тәүгеһе йәһүд теленә тәржемә ителгән «Урал батыр» эпосы булһа, икенсеһе башҡорттарҙа беҙ белгән ете түгел, ә байтаҡҡа күберәк ырыуҙар булыуын дәлилләүсе баҫма. Көньяҡ Урал башҡорттары тарихы айырым китап итеп баҫтырылды. «Башҡорт ырыуҙарының тарихы» проектының яңы томлыҡтарында Һальют, Терһәк, Һеңрән, Бәкәтин, Һырҙы, Шуран, Мәркәт, Ҡошсо, Һыҙғы, Өпәй ырыуҙары тарихы ташҡа баҫылды.

Һәр ырыу фәнни яҡтан ныҡлы өйрәнелгән, тарихи дәлилдәргә, архив документтарға таянып яҙылған. Проект етәксеһе, билдәле тележурналист Салауат Хәмиҙуллин, тарихсылар, генетиктар менән дә тығыҙ рәүештә эшләгән. Улар, һәр ырыуҙы генетикаһына ҡарап айырырға була, тигән фекерҙә. «Башҡорт ырыуҙарының тарихы» китабының бөгөнгө көнгә 20 томы әҙер, тиҙҙән яңылары донъя күрәсәк.  
Ә декабрь аҙағында Израилдә халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосы йәһүд телендә донъя күрҙе. Прозаик әҫәрҙе Иерусалимда йәшәүсе яҡташыбыҙ Рауил Садиҡов тәржемә иткән. Әйткәндәй, башҡорт эпик ҡомартҡыһы йәһүд телендә тәүге тапҡыр яңғыраны.
Рауил Садиҡов сығышы менән  Өфөнән. Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһын тамамлаған. Иерусалимда ғаиләһе менән 1992 йылдан алып йәшәй. Рауил Садиҡов эпостың төп нөсхәһенә таянып эш  иткән. Баҫма сит илдә сертификация үткән. Киләсәктә милләттәшебеҙ башҡорт халыҡ әкиәттәрен дә тәржемә итеүгә тотонмаҡсы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика