Ҡытайҙың Цзянси провинцияһының Башҡортостандағы тәүге көнө ваҡиғаларға бай булды 06.11.2015

200 кешенән торған сит ил делегацияһы республика менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырыу ниәте менән килгән, тейешле килешеү рәсми раҫланды ла инде. Бынан тыш, ике яҡтың да бизнес вәкилдәре араһында һөйләшеүҙәр үтте, буласаҡ партнерҙар үҙ-ара танышты.

Ә инде көсөргәнешле эш көнө сағыу мәҙәни кисә менән тамамланды. Цзянси провинцияһы вәкилдәре иҡтисади тәҡдимдәр менән генә килмәгән, хеҙмәттәшлек тулы булһын өсөн яҡтар бер-береһенең мәҙәниәте менән дә танышырға тейеш. Бындай мөмкинлекте ҡытай циркы тамашаһы бүләк итте. Фарфор ваза менән оҫта жонглер итеүселәрҙе, сихри бейеү башҡарыусы ҡыҙҙарҙы залдағылар йылы ҡабул итте.
Ҡытай менән Рәсәй араһында дуҫлыҡ ептәре ныҡ булыуы сер түгел. Быны концерт номерҙары ла иҫбатланы. Ҡытай артистары билдәле Рәсәй көйөнә бейеү әҙерләп килгән, костюмдары ла тейешле булды. Тамашанан тыш, Цзянси провинцияһы үҙенең тарихы, кәсептәре, туристик маршруттары менән таныштырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика