Ырымбур өлкәһенең Красная гвардия районына ҡараған Үрге Ильяс ауылында бөгөн иман йорто асылды 26.09.2015

Арҙаҡлы милләтттәшебеҙ, танылған сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың  һәм күренекле композитор Мәжит Буранғоловтың тыуған ауылы булараҡ танылған төбәктә мәсет асылыуы ҙур ваҡиғаға әйләнде. Иҫтәлекле көндөң ҡорбан байрамы менән тура килеүе бигерәк тә иҫтәлекле булды. Баштҡортостандан сарала абруйлы делегация ҡатнашты.

«Далан» төркөмө сығыш яһаны. Иман йортон рәсми асыу тантанаһынан һуң, ҡорбан салынды. Урындағы мәҙәниәт йортонда  табын ҡоролдо. Изге көндә салынған иттән барлыҡ ауылдаштар ауыҙ итте. Үрге Ильяста мәсет урындағы эшҡыуарҙар һәм ябай халыҡ көсө менән төҙөлдө.
Үрге Ильяс күренекле тарихсы Нурислам Ҡалмантаевтың да тыуған ауылы булараҡ билдәле. Ауылдаштарының шатлығын ул да уртаҡлашты. Оптимизация елдәре ҡағылып, мәктәп һәм башҡа социаль учреждениелар үҙ эшен туҡтатҡандан һум иман йорто урындағы халыҡтың үҙ-үҙен ойоштороу сараһы булараҡ көн талабы ине тип билдәләй танылған ғалим.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика