Ырымбур ҡалаһының иң ҡиммәтле архитектура ҡомартҡыларының береһе - Ҡарауанһарай 1838-1845 йылдарҙа төҙөлә

Ырымбур ҡалаһының иң ҡиммәтле архитектура ҡомартҡыларының береһе - Ҡарауанһарай 1838-1845 йылдарҙа төҙөлә 27.09.2016

Уны тантаналы асыу 1846 йылдың 30 авгусында Николай Беренсе батшаның тыуған көнөнә тура килтерелеп үткәрелә. Башҡорт халҡының милли байлығы, ғорурлығы булған ошо мөһәбәт архитектура ҡоролмаһының асылыуына быйыл 170 йыл. Ошо уңайҙан Ырымбурҙа ҙур байрам саралары уҙғарылды. Унда өлкә һәм Башҡортостан Хөкүмәтенән, өлкә һәм республика мәҙәниәт министрлыҡтарынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан  рәсми вәкилдәр,тарихсылар ҡатнашты.

Ҡасандыр башҡорттоң баш йорто тип инселәнеп төҙөлгән Ҡарауанһарай комплексының бөгөн мәсете генә халыҡ өсөн асыҡ. Уның 256 бүлмәнән торған эске төп таш йорттарында идаралыҡ - министрлыҡтар урынлашҡан. «Ҡарауанһарай - Башҡортостан дәүләтселеге бишеге», тип аталған фәнни-ғәмәли конференция тарихи бинаның акттар залында ойошторолдо. Был сараны ғалимдар Башҡортостан автономияһының 100 йыллыҡ юбилейы сиктәрендәге тәүге тантаналарҙың береһе тип билдәләне.
1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Башҡорт үҙәк шураһы Ырымбурҙа Башҡортостан мөхтәриәтен рәсми рәүетә иғлан итә. Башҡортостан Хөкүмәтен төҙөлә. Шул ваҡиғаларҙың барыһы ла Ҡарауанһарай йортонда тормошҡа ашырыла. 1917 йылдың июлендә Ырымбурҙа Беренсе Башҡорт ҡоролтайы уҙғарыла. Фәнни-ғәмәли конференцияла комплекстың төп биналарын милләтебеҙгә ҡайтарыу һорауы ҡуйылманы, әммә уның күсермәһен төҙөү тормошҡа ашырҙай мәсьәлә икәнлеген яҡлаусылар табылды. Әлегә Ҡарауанһарай мәсетендә Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән 10 миллион һумға ремонт эштәре башҡарылған.
Тантана сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары  Ырымбур башҡорттары менән берлектә киңәйтелгән ултырыш уҙғарҙы. Унда өлкә ҡоролтайының яңы һайланған рәйесен, Бөтә Донъя башҡорт йәштәре ойошмаһының Ырымбур филиалы ағзаларын, ҡоролтайҙың Көнъяҡ төбәктәге вәкилдәрен раҫланылар.
Ҡарауанһарайға 170 йыл тулыу уңайынан ойошторолған тантана Башҡортостан сәнғәт әһелдәренең ҙур концерты менән тамамланды. Өлкә филармонияһы залында аншлаг. Бында кәйеф күтәренкелеген беҙ күргәнебеҙ юҡ ине әле тиҙәр, ырымбурҙар. Бынан ике быуат ярым элек тә Ҡарауанһарай башҡорттарҙы туплаһа, 21 быуат башында ла ул халҡыбыҙҙың рухын көйләүсе бер маяҡ булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика