Ҡырмыҫҡалы районында халҡыбыҙҙың рухи донъяһын сағылдырған  һабантуй  байрамы үтте 02.06.2015

Тантана урындағы үҙешмәкәр коллективтарҙың театрлаштырылған тамашаһынан башланды. Төбәк эшсәндәре һабан байрамын күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды. Сөнки улар яҙғы баҫыу эштәрен сифатлы атҡарып сыҡты.  Сәхнәлә сығыш яһаусылар билдәләүенсә, райондың ауыл хужалығы предприятиелары «Агросәнәғәт комплексын» үҫтереү милли проектында уңышлы ҡатнаша.

Уларҙың иң алдынғылары лайыҡлы наградаларға лайыҡ булды. Шулай уҡ был көндө бер нисә йәш ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификаттар тапшырылды. Һабантуйға йыйылған халыҡ ат сабышын, көрәш һәм башҡа бәйгеләрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Айырыуса мотоцикл уҙыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Сөнки ярышта бер нисә тапҡыр донъя чемпиондары, йәғни,  Дмитрий Буланкин кеүек билдәле спортсылар сығыш яһаны.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика