Ҡырмыҫҡалы районында беренсе республика халыҡ «Уйын» байрамы үтте 15.06.2016

Төбәк халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына башҡорт халҡының милли, традицион уйындары тәҡдим ителде. Улар араһында билдәле һәм хәҙер китап биттәрендә генә телгә алынған уйындар ҙа булды.

Тамашасының ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәткән ярыштарының береһе «Ылаҡ» уйыны булғандыр. Әлеге ваҡытта ул тик Урта Азия илдәрендә генә бар. Ә ҡасандыр ул башҡорттарҙа ла уйналған. Байрам былтыр Баймаҡ районында «Башҡорт аты» фестивале сиктәрендә тергеҙелгән «Ылаҡ» уйынын нығытып ҡуйҙы тип тә әйтергә мөмкин. Атҡа бәйле байрамда йылҡыны тиҙлеккә йүгәнләү, сыбыртҡы шартлатыу, «Ҡыҙ ҡыуыу» кеүек уйындар ҙа булды. Бынан тыш, 21-се быуат Төньяҡ амурын билдәләүсе уҡтан атыу, «Урал батыр» эпосында телгә алынған 90 килограмм самаһы ауырлыҡтағы «Таш күтәреү» уйындары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Майҙанда халыҡтың үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырған бай күргәҙмә лә эшләне. Республика башлығы гранты ярҙамында ойошторолған халыҡ «Уйын» байрамы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Байрам 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһының бер сараһы ла булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика