Йолаларға һаҡсыл ҡараш 31.08.2015

Хәйбулла районы ағинәйҙәре Әҙел ауылында тиҙәк һуғыу йолаһы менән бүлеште. Шөғөл төбәктә ҡасандыр киң файҙаланылған булған, уны ярҙамында урындағы халыҡ өй йылытҡан. Өмәлә ауыл ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, уҡыусылар ихлас ҡатнашты. Бөгөн дә сығымһыҙ әҙерләнә торған яғыулыҡ материалын уңышлы ҡулланырға була тигән һығымтаға килде сарала ҡатнашыусылар.  

Сәғилә Ануфрьева тиҙәк һуғыу менән Әҙел ауылына килен булып төшкәс таныша. Ул йылдарға хәҙер утыҙ йыллап ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, хужабикә боронғо шөғөлдө әле лә файҙалана. Ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ бараһына ла үтеүгә ҡарамаҫтан, был ысул сығымһыҙ булыуы менән алдыра.
Хәйбулла районының далала урынлашыуын иҫәпкә алғанда, төбәктә йәшәүселәр тиҙәк һуғыу менән күптән таныш. Утын мәсьәләһен хәл итеү өсөн урманлы төбәктәргә юлланыу һәр кемдең дә хәленән килмәгән. Кәрәк тирәкте йыҡтыра, тигән халыҡ мәҡәлендәгеләй, тора-бара проблеманан сығыу юлдарын эҙләп таба. Тиҙәк һуғыу йылылыҡ сығанағы булдырыуҙың киң таралған, ябай ҙа, уңайлы ла, арзан да ысулдарҙың береһе.
Оҙон ҡышҡа етерлек яғыулыҡты халыҡ йәй әҙерләгән. Кәбән-кәбән тиҙәк өйөмдәрен булдырыу өсөн тотош ауыл халҡы йорттан йортҡа йөрөп өмә ойошторған.
Бөгөн ауыл халҡы усаҡлыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, күпкә уңайлы шарттарҙа йәшәй. Тиҙәк һуғыуҙың әллә ни кәрәге лә юҡ кеүек. Бөгөнгө үҙенсәлекле сараны Әҙел ауылы ағинәйҙәре онотола барған йоланы тергеҙеп, йәш быуында ғөрөф-ғәҙәткә, боронғо йолаларға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторҙо. Хеҙмәт аша изге маҡсатҡа ынтылыуҙың һөҙөмтәһе һәр ваҡыт тиерлек емешле, уңдырышлы була, ти әҙелдәр. Был йәһәттән ауыл ағинәйҙәре өмә ойоштороп, һәр эштең дә нигеҙендә татыулыҡ, берҙәмлек ятҡанын тағы ла бер тапҡыр инандырҙы.
Фәнилә Бәширова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика