Яуҙа сыныҡҡан илһам

Яуҙа сыныҡҡан илһам 30.03.2015

Хөсәйен Әхмәтов исмемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ошо исем аҫтында яңы концерт программаһы һәм күргәҙмә эш башланы. Ижади проект Бөйөк Еңеүҙең етмеш йыллығына арнала һәм ул һуғыш осорондағы мәҙәниәтте сағылдыра.

Легендар 2-се музыка мәктәбенә нигеҙ һалыусылар һәм педагогтар Павел Урманов, Надежда Тетерюк,  Михаил Азов, Людмила Зизина үҙҙәренең уйын ҡоралдарын һуғыш башланыу менән мылтыҡҡа алмаштыра. Музыканттар үҙ теләге менән фронтҡа китә. Сталинград, Прага, Вена һәм Берлин өсөн бәрелештәрҙә ҡатнаша.  Һуғыштан һуң да улар мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. «Яуҙа сыныҡҡан илһам» проекты уларҙың ҡаһарманлығы һәм ижадына арналған.
Эльвира Ғиндуллина, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе директоры: «Ҡорал атылған мәлдә, илһам шымып ҡала», тиҙәр. Әммә, фронтта юғары сәнғәткә ла урын табылған. Яҙыусы-шағирҙар, театр, сәхнә оҫталары яуҙағыларға рух, тылдағыларға көс өләшкән. Фронт бригадалары Башҡортостан мәҙәниәт усаҡтарында ла  ойошторолған. Беҙҙең маҡсат - уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика