«Йатаған» этно-төркөмө оҙайлы гастролдәрҙән һуң, Башҡортостанға ҡайтты 27.10.2016

Яҡташтарыбыҙ «Төрксой» Халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәр ойошмаһындағы халыҡ музыка ҡоралдары оркестры исеменән Ҡаҙағстан, Төркиә, Кипр, Ҡырғыҙстан сәхнәләрендә сығыш яһай. Башҡорт милли уйын ҡоралдарында уйнап улар сит ил тамашасыһының күңелен яулай.

Ятаған ҡасандыр башҡорт халҡының боронғо уйын ҡоралы булған. Ләкин бөгөн ул онотолған. Шулай ҙа уны композитор Айрат Ҡобағошов тәҡдиме буйынса музыкаль инструменттар эшләүсе Гөлнур Ғәлимова тергеҙә. Артынса, уйнаусыһы, хатта этник стилдә башҡарыусы төркөм барлыҡҡа килә. Хәҙер «Йатаған»дарҙы белмәгән кеше юҡтыр. Ул ғына ла түгел, башҡорт милли музыкаһы менән сит ил сәхнәләрендә сығыш яһарға әленән- әле тәҡдимдәр килә.
«Йатаған»дарҙың быйылғы уңышы «Төрксой» Халыҡ-ара төрки мәҙәниәттәр ойошмаһындағы халыҡ музыка ҡоралдары оркестрына ҡушылыуында. Ижади коллектив төрки донъяһының иң һәләтле, йәш сәнғәт әһелдәре туплаған. Ҙур проектта урын алыуҙарына йыл башында Өфөлә үткән «Урал моңо» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыуҙары сәбәпсе була. «Йатаған» башҡорт халҡының уйын ҡоралдарында сығыш яһап сит ил тамашасыһын таң ҡалдыра. Алҡышлап ҡына ҡалмай, аяғүрә ҡаршы алалар.
Быйыл «Йатаған» этно-төркөмө халыҡ музыка ҡоралдары оркестры менән берлектә Ҡаҙағстан, Төркиә, Кипр, Ҡырғыҙстан сәхнәләрендә сығыш яһай. Һәр концерт онотолмаҫ тәьҫорат бүләк итте, ти башҡорт милли сәнғәтен сит илдә танытыусы яҡташтарыбыҙ. Әле төрки илдәрҙә гастролдәр тамамланһа ла «Йатаған»дар өсөн эш бөтмәй. Улар милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәргә сәфәр сығып оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика