«Йатаған» этно-төркөмө халыҡ-ара фестиваль еңеүсеһе 12.07.2017

Ижади төркөм Красноярск крайында үткән һөнәр һәм этник музыка фестивалендә «Инструменталь ансамбль» номинацияһында сығыш яһаны. Ике турҙан торған сарала 200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Һайлап алынған 49 ижадсы араһында яҡташтарыбыҙ ҙа һынатмай. Улар стилләштерелгән тарихи башҡорт кейемендә «Саптар» һәм «Юрға» кеүек халыҡ композицияһын башҡарҙы.

Әйткәндәй, «Йатаған» этно-төркөмө һуңғы йылдарҙа Рәсәй кимәлендә генә түгел, төрки халыҡтар араһында ла киң билдәлелек яулай. Этник стилдә ойошторолған бер генә халыҡ-ара конкурс-фестивалдәр уларһыҙ үтмәй тиерлек. Башҡорт милли уйын ҡоралдарын, халыҡ моңон пропогандалаған ижади төркөм ҡатнашлығында күптән түгел ҙур проект та донъя күргәйне. Башҡортостан артистары менән берлектә Төркиә, Әзербайжан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан илдәренең популяр йырсы, ижади төркөмдәрен бергә йыйған. Үҙенсәлекле проектта шулай уҡ башҡорт эстрадаһының йәш таланттары Зилиә Бәхтиева менән Иҙел Арлабев та ҡатнашҡан.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика