Яратам һине, тормош!

Яратам һине, тормош! 17.09.2016

Өфөлә оло  йәштәгеләрҙең Республика ижад фестиваленә йомғаҡ яһалды. Конгресс -хол сәхнәһендә йөҙҙән ашыу ижади коллектив гала-концерт менән сығыш яһаны.

Республика ижади конкурсына әҙерлек Конгресс-холл бинаһы фойеһынан уҡ башлана. Гала-концертта сығыш яһаусы өлкән йәштәге артистар репитициялар үткәрә.Әбйәлил районы Хәлил ауылынан килеүсе «Малайҙар» вокал ансамбле репертуарында 20 ашыу йыр. Әммә улар бөгөнгө сығыштарын ҡыҙҙарға бағышлай.
Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған тиҫтәләгән ансамбльдәрҙең һәр береһенең үҙ йөҙө һәм репертуары. Сығыш яһар алдынан берәүҙәр костюмдарҙы тәртипкә килтерә,икенселәр йырлап ҡарай. Уларҙың күптәренең йәше алтмыштан өҫтә булһа ла, сәхнә беҙҙеке, тиҙәр.
Сәхнә күрке булған ҡатын-ҡыҙҙар тышҡы ҡиәфәт тураһында ла онотмай. Керпектәргә кершән һәм биткә еңелсә косметика һалына. Өфө тамашасыһы алдында һәр кем яҡшы сығыш яһарға ынтыла.
Ойоштороусылар сараның төп өлөшөнә әҙерләнә.Сәхнә артындағы өҫтәлдәр маҡтау ҡағыҙҙары, кубок һәм бүләктәрҙән һығылып тора.
Эвелина Горбенко, «Яратам һине ,тормош!» республика өлкән йәштәгеләр ижади  конкурсы координаторы: «Быйыл еңеүсе конкурсанттар һаны бик күп. Йөҙгә яҡын коллективты бүләкләйәсәкбеҙ. Фестивальдең иң юғары бүләге  Миәкә, Әбйәлил районы һәм Салауат ҡалаһы ижади коллективтарында. Әлеге ваҡытта  концерт программаһы өсөн ҡотлау кубоктары,маҡтау ҡағыҙҙары әҙерләйбеҙ».
Иң шәп сығыштар конкурстары аша һайлап алынған. Конкурсанттар бөтәһе лә ҡала, район һәм төбәк турҙарында ҡатнашҡан. Был сәхнәлә меңәрләгән ижад коллективтары  араһынан иң-иңдәр сығыш яһай. Гала-концертҡа эләгеүсе  өлкәндәр өсөн иң мөһиме-сәхнәлә бар күңелеңде һалып сығыш яһау.
Тамашасы залында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Был фестиваль Республикала өсөнсө йыл рәттән үткрелә һәм киң популярлыҡ яулай. Уны хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған.
Ленара Иванова, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: Беҙҙең төп  маҡсат яратып өндәшкән олатай-оләсәйҙәребеҙ дауаханалар,аптекаларға түгел, ә репитицияларға йөрөһөн. Улар бөгөн йыр-бейеүгә маһирлығы буйынса ярыша. Һәммәһенең сығыштары халыҡсанлығы һәм ихласлығы менән айырыла.
Фестиваль тамам. Әммә хаҡлы ялдағы өлкәндәрҙең төп девизы булған «Яратам һина тормош» бөтә телдәрҙә лә ышаныслы яңғырай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика