«Яратабыҙ һәм һағынабыҙ Һеҙҙе, Маэстро!» 03.03.2015

Ошо исем аҫтында бөгөн баш ҡаланың Инвалидтар ижад йортонда Салауат Низаметдиновтың яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтә.

Ул республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә, сит тарафтарҙа ла танылыу яулаған шәхес. Уны үтә лә емешле ижадсы - ете опера, симфониялар, хор һәм бихисап йыр авторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы, Халыҡ-ара конкурстар, Рәсәй Композиторҙар союзының Дмитрий Шостакович исемендәге премияһы лауреаты булараҡ беләләр. Кисәлә уның яҡындары, ижадташ дуҫтары, уҡыусылары ҡатнаша. Салауат Низаметдинов ижад иткән йырҙар менән байытылған программа киске сәғәт биштә башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика