Яңы йылда - яңыртылған балалар баҡсаһында 29.12.2015

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында  ремонт эштәренән һуң балалар баҡсаһы сафҡа инде. Балаларҙың һәм ата-  әсәләрҙең шатлығын беҙҙең хәбәрселәр ҙә уртаҡлашты.

Ике йыл элек емерек хәлдәге балалар баҡсаһы ябылыуға дусар була. Урындағы етәкселек тарафынан проблеманы хәл итеү өсөн төрлө юлдар ҡарала. Һөҙөмтәлә бинаға капиталь реконструкция үткәрергә кәрәк, тигән һығымта яһала. Сығымдарҙың төп өлөшө «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты тарафынан ҡаплана.
Яңыртылған балалар баҡсаһының асылыуын  кескәйҙәр генә түгел, ата-әсәләр ҙә, тәрбиәселәр ҙә түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Егерме һигеҙ балаға иҫәпләнгән учреждениела кескәйҙәр өсөн  уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Килгән ҡунаҡтарға  кескәйҙәр баҡса буйлап экскурсия ойошторҙо. Балалар яңыртылған  йылы бина өсөн рәхмәт һүҙҙәрен күңелле йыр- бейеүҙәр аша еткерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика