Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә Ҡыш бабайҙың резиденциялары эшләй башланы 28.12.2016

Уҙған йыл менән сағыштырғанда, быйыл тирмәләрҙең һанын арттырырға ҡарар ителгән. Аҡ һаҡаллы ҡарттың Өфөләге тирмәһе үҙ ҡунаҡтарын «Ватан» этнопаркында ҡабул итһә, ҡалғандары Мишкә, Учалы, Октябрьский һәм Өфөлә урынлаштырылды. Резиденцияларҙың береһе бөгөн Мишкәләге Паралимпия спорты үҙәге янында асылды.

Уҙып барған йылдың һуңғы көндәре Мишкәлә йәшәүселәргә онотолмаҫлыҡ тәьҫорат  бүләк итте. Район үҙәге эргәһендәге аҡланда балалар ҙа,  ололар ҙа яҡын күргән Ҡыш бабай тирмәһе урынлашты. Аҡ һаҡаллы ҡарт төбәккә үҙ бүләктәре менән бергә ҡар-бурандар ҙа алып килгән. Шуға ҡарамаҫтан майҙанда алма төшөрлөк тә урын юҡ, барыһының да кәйефе күтәренке.
Мишкәләр ҡунаҡ тирмәһенең асылыуына алдан уҡ әҙерләнә башлаған. Ҡыш бабай ҡунаҡҡа көн һайын килмәй. Шуға ла кешеләргә бер йылға етерлек көс-дәрт бүләк итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, ти ойошторпоусылар. Көн һыуыҡ тороуға ҡарамаҫтан, майҙан ҡунаҡтарҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо, барыһы ла рәхәтләнеп күңел асты, шыршы тирәләй әйләнде.
Тирмәләрҙең береһе Мишкә районында ҡороласағы тураһындағы ҡарар быйыл көҙ ҡабул ителгәйне. Бының өсөн урындағы етәкселеккә үҙ проекттарын эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында яҡларға тура килә. Әллә ни ҙур сығымдар талап итмәгән изге эш Өфөлә лә хуплау таба. Шулай итеп Ҡыш бабайҙың төньяҡ төбәктәрҙәге резиденцияһын ҡороу башлана.  
Яңы йыл каникулы ваҡытында Ҡыш бабай һәм уның ярҙамсылары ҡунаҡтарҙың күңелен асасаҡ. Шулай уҡ резиденцияға республиканың башҡа төбәктәренән дә бик күп халыҡ килер тип көтөлә.
Мишкә районы Ҡыш бабайы үҙ ҡунаҡтарын ошо тирмәлә ҡабул итәсәк. Бындай йорттар республиканың тағы ла дүрт төбәгендә асылды. Улар Ишембай районы, Учалы, Октябрьский һәм Өфөлә урынлашҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика