Яңы йылға бүләк-әкиәт 27.12.2014

Бөгөн  республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағы  хеҙмәткәрҙәре балалары өсөн шыршы байрамы үтте. Тамаша «Башҡортостан» дәүләт концерт  залында ойошторолдо.  Бында  кескәйҙәр ысын мәғәнәһендә  мөғжизәләр иленә сәйәхәт ҡылды.  

Яратҡан әкиәт геройҙары, йыр-бейеү, уйын-көлкө. Кескәйҙәр залға инеү менән үк тылсымлы әкиәт донъяһына эләкте. Бер майҙанда балалар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтһә, залдың икенсе яғында билдәле сәхнә оҫталарының сығыштарын ҡарарға һәм әкиәт геройҙары менән иҫтәлекә фото төшөргә мөмкин. Шулайҙа байрамдың иң төп ҡунағы-Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәм йылдың хужаһы Ҡуй. Улар балалар менән бергә ҡупшы шыршы тирәләй әйләнде, һәр бер балаға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итергә тырышты. Байрамға кескәйҙәр республиканың төрлө төбәктәренән килгән, алыҫ райондар хатта таңғы биш тирәһендә юлға сыҡҡан. Кескәйҙәрҙе сәхнәлә лә мөғжизәле тамаша көтөп торған. Әкиәт балаларҙы берсә көлдөрҙө, берсә көйҙөрҙө. Мәкерле Мәскәй әбей урман йәнлектәрен күпме генә бүләкһеҙ ҡалдырырыға тырышмаһын - ҡулынан килмәне, берҙәмлек, изгелек һәм ғәҙеллек еңеп сыҡты. Ҡыш бабайҙың тоғо табылды, тәмлекәстәр хужаларына барып етте. Тамаша йыр-бейеүгә бай булды, шулай уҡ кескәйҙәрҙе сәхәнәнең зауыҡлы итеп биҙәлеүе лә таң ҡалдырҙы. Роза Әминева, һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе урынбаҫары: «Беҙҙҙең профсоюз комитеты үҙебеҙҙең тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн 20 йыл тирәһе инде шыршы байрамдары ойоштора. Һуңғы йылдарҙа тамашалар айырыуса сағыу итеп ойошторола башланы. Байрам программаһы, бүләктәр әҙерләйбеҙ. Беҙҙә балалар күп, 2 мең ярым тирәһе, шуға тамашаны бер нисә тапҡыр үткәрергә тура килә». Шыршы байрамы ике сәғәткә яҡын дауам итте. Әммә был тамаша бүләк иткән күтәренке кәйеф оҙаҡ һаҡлансаҡ әле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика