Яңы проект 24.09.2016

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Бөтә Рәсәй ҡурайсылар йәмғиәте менән берлектә өр-яңы «Көмөш ҡурай» проекты ойошторҙо. Уның  маҡсаты - башҡорт ҡурайын пропагандалау, уйнау йолаларын тергеҙеү, үҫтереү, республикала һәм ситтә йәшәгән ҡурайсыларҙы, ансамблдәрҙе ҙур аудиторияға сығарыу.

Проект октябрҙә эфирға сыға. Һәр тапшырыу ижади коллективтар араһында барған ярыш формаһында уҙа. Ҡурайсылар командаһы бер үк көйҙө уйнап, төп бүләк - көмөш ҡурайға дәғүә итә. Проекттың форматы буйынса көмөш ҡурай һәр тапшырыуҙа күсә килеп, йыл аҙағына иң шәп ҡурайсыға берелә. Бөгөнгө тапшырыуҙа Ейәнсура, Баймаҡ райондары, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты командалары «Ҡаһым түрә» көйөн уйнап ярышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика