Яңы ижад миҙгеле – «Ханума» спектакле менән асылды

Яңы ижад миҙгеле – «Ханума» спектакле менән асылды 06.10.2016

Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының башҡорт һәм рус труппалары йыл һайын тамашасыларға үҙенсәлекле спектаклдәр тәҡдим итә. Театр 27-се ижад миҙгеленә лә ике премьера әҙерләгән. «Ханума» музыкаль комедияһы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зифа Дәүләтбаеваның юбилей-бенефисына арнала.

Спектакль режиссеры Рөстәм Хәкимов 19 быуатта яҙылған пьесаға ла үҙенсәлекле мәғәнә һалып, тамашасы өсөн ниндәй ҙә булһа яңылыҡ асырлыҡ итеп ҡуйырға кәрәклеген яҡшы аңлай. «Ханума» музыкаль спектакле ярты быуаттан ашыу донъя театрҙары сәхнәһендә ҡуйылып килә. Музыкаль комедияны һәр ерҙә тамашасы бик йылы ҡабул итә. Премьераны тамашасылар иртәгә лә ҡарай ала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика