Яҙ - ҡыҙҙар һынарға ваҡыт 07.03.2017

«Тамыр» балалар һәи үҫмерҙәр телеканалының «Байтус» тапшырыуы мөхәррире, «Хәйерле Stand-up  кис» резиденты Марсель Мөхәмәтйәнов үҙенең тәүге көлкө тамашаһына әҙерләнә. Баш ҡаланың зауыҡлы клубтарының береһендә ул яңғыҙы ғына сығыш яһаясаҡ.

Юмор донъяһына ғашиҡ егет йәштәргә Башҡорт Асыҡ квн лигаһынан яҡшы таныш. «Бытбылдыҡ» командаһының капитаны була, көсөргәнешле уйындарҙа улар алдынғылыҡты бирмәй. Марсель Ейәнсура районынан башҡа әүҙем йәштәрҙе лә шаяртырға күнектерә. Әлеге мәлдә «Башҡорттар. Нөктә. Ру» командаһын юниор лигаға әҙерләү менән мәшғүл. Бынан тыш, үҙен стендап жанрында ла һынап ҡарай. Ниһайәт талантлы юмор оҫтаһы монолог формаһындағы сығыштары менән Өфөләрҙе лә ҡыуандырасаҡ. «Ҡыҙҙар һынайым» тигән тамашаһын ул  14 мартта үткәрергә йыйына. Яңғыҙы ғына түгел, гүзәл заттарҙы билдәле музыкант Зәйнетдин бейетәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика