Яҡташыбыҙ Валерий Иванов донъя кимәлендә танылыу яулаған рәссам 24.03.2016

Уның картиналары сит ил күргәҙмәләрен биҙәй. Ҡыл ҡәләм оҫтаһын сәнғәт һөйөүселәр Валериус исеме менән белә. Cанкт-Петербургта йәшәүсе ижадсы ошо көндәрҙә тыуған ҡалаһы Сибайҙа һынлы сәнғәт мәктәбендә булды.

Уңыштың сере - тамырҙарың ныҡ булыу һәм үҙ-үҙеңә ышаныу. Билдәле рәссам уҡыусыларға кәңәштәр бирҙе, һынлы сәнғәт серҙәре менән бүлеште, йәш ижадсылар менән бергә һүрәт төшөрҙө. Сәнғәттәге тәүге аҙымдарын, Сибайҙағы уҡыу йылдарын хәтерләне. Мәктәптә күргәҙмәгә ҡуйылған эштәргә һоҡланыуын йәшермәне.
Валерий Иванов рәссам, рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы: «Бындағы уҡытыу кимәле оҡшай. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте, кейеҙҙән баҫылған эштәр беҙҙең матур тарихыбыҙ. Уларҙа ихласлылыҡ, халыҡсанлыҡ һәм образлылыҡ ярылып ята».
Рәссам Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй. Картиналары күп ҡалаларҙың музейҙарында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Голландияла үҙ почта маркаһы ла бар. Сәнғәт һөйөүселәр билдәләүенсә, уның эштәренән йылылыҡ, энергия һәм серлелек бөркөлә. Һүрәттәр дуҫлыҡ, мөхәббәт һәм башҡа донъяуи ҡиммәттәр хаҡында. Валериус әйтеүенсә картиналарҙың йөкмәткеһен тәү күреүҙән уның әсәһе генә аңлай.
Рәйсә Иванова, Валерий Ивановтың әсәһе: «Картинаһын күреү менән, бына бит нимә тураһында әйтергә теләгән, тип уйлайым. Эштәренең йөкмәткеһен шунда уҡ асып һалам».
Валерий Иванов һынлы сәнғәттә донъя кимәлендә танылыу яуланы. Уның «Рәсәй йөҙҙәре» тигән проектты тормошҡа ашырыуҙа өлөшө ҙур.Тыуған ҡалаһына ла буш ҡул менән ҡайтмаған. Белем усағына картиналарын бүләк итте. Һынлы сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең эштәрен Санкт-Петербургтагы күргәҙмәләр залына урынлаштырырға вәғәҙәләне. Яҡташтары уға Сибай хаҡындағы энциклопедия һәм сувенирҙар бүләк итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика