Яҙ һәм йәшлек байрамы 30.04.2015

Йылдың иң матур миҙгелендә республиканың юғары уҡыу йорттарының үҙешмәкәр ижади коллективтары бер сәхнәгә йыйыла. «Башҡортостан» концерт залында «Студенттар яҙы» фестиваленең Гала-концертты быйыл да гөрләп үтте.

Башҡорт дәүләт аграр университеты егеттәре сәхнәгә сығырға әҙерләнә. «Студент яҙы» фестиваленең Гала-концертына эләгеү еңелдән булмаһа ла, бер нисә ай дауамындағы репетициялар һөҙөмтәһеҙ үтмәй, һайлап алыу турын «Шатлыҡ» халыҡ бейеү ансамбле уңышлы үтә.
Фестивалдә өс тиҫтәнән ашыу концерт номеры ҡуйылды. «Ирәндек», «Кружева», «Дәрүиш» һәм башҡа халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре тамашасыларға иң яҡшы номерҙарын тәҡдим итте. Бигерәк тә, «Һалдат сюита»һы, «Май вальсы» тамашасыларҙа онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы. Шулай уҡ егет-ҡыҙҙар шанлы йылдар йырҙарын башҡарҙы. Нәфис һүҙ оҫталығын да күрһәтте, һуғыш йылдары шиғырҙарын һөйләне.
Шулай уҡ күпселек номерҙар яҡынлашып килгән ШОС һәм БРИКС саммиттарына бағышланды. Студенттар төрлө милләт халыҡтарының йыр-бейеүҙәрен башҡарып, йолаларын күрһәтеп, халыҡ-ара дуҫлыҡты, татыулыҡты, тыныс тормошто данланы. Әйткәндәй, фестивалде Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Бөрө ҡалалары студенттарының сығыштары ла биҙәне.  
Акробатик сығыштар, цирк номерҙары ла тамашаның эстәлеген байытты. Ҡурҡыу белмәҫ егет-ҡыҙҙар төрлө трюктар башҡарып, артислыҡ һәләтен, оҫталығын күрһәтте. Әйткәндәй, сараны дәһшәтле йылдар шаһиттары - ветерандар ҙа күҙәтте. Улар йәштәрҙең һәр сығышын ихлас ҡабул итте.
Йәшлек, мөхәббәт һәм тыныслыҡ байрамы. «Студент яҙы» фестивале ике сәғәткә яҡын дауам итте һәм «Еңеү көнө» йыры менән тамамланды.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика