Ҡыҙыл майҙан - ҡалды хайран 07.09.2016

«Держава» мажореткалар һәм барабансы ҡыҙҙар төркөмө Мәскәүҙә үткән «Спасс башняһы» хәрби-музыкаль фестивалендә ҡатнашты. Күләмле сараға донъяның төрлө мөйөштәренән егерме дүрт коллектив саҡырыла. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары фестивалдә уңышлы сығыш яһай.

Вера Прыжанкова, «Держава» ижади төркөмө етәксеһе: «Сараға йәй буйы, етди әҙерләндек. Репетициялар үткәрҙек, һуңғыһы хатта, 8 сәғәткә һуҙылды. Ҡыҙҙар ныҡ яуаплы ҡараны, сөнки яҡшы сығыш яһарға теләктәре көслө ине».
«Держава» мажореткалар һәм барабансы төркөмө ҡыҙҙарының  биш килограмлыҡ ауырлыҡтағы барабанды күтәреп бейеүе, ритм берлелеге, таяҡтарҙы етеҙ уйнатыуы барыһын да һоҡландыра. Халыҡ-ара фестивалдән ижади коллектив яңы тойғолар кисереп, тәжрибә туплап ҡайта. Ә әле улар 10 сентябрҙә Өфөлә уҙасаҡ Бөтә Рәсәй студенттар парадына әҙерләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика