Йәйҙең матур көндәрендә республика төбәктәрендә шәжәрә, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдары үтә

Йәйҙең матур көндәрендә республика төбәктәрендә шәжәрә, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдары үтә 14.07.2016

Ауылдаштарҙы, туғандарҙы бергә йыйған байрам Баймаҡ районында ла гөрләп уҙа.

Йәмле Ирәндек итәгендә урынлашҡан Мерәҫ ауылында ауылдаштарҙың осрашыуы ауылдың ике йөҙ йыллыҡ байрамы уңайынан ойошторолдо. Ике быуатҡа тиң тарихы булған ауыл ҡунаҡтарҙы  төҙөк урамдар, эшһөйәр халҡы менән ҡаршы алды. Бөгөн урындағылар башлыса мал-тыуар аҫрап, хәләл көсө менән донъя көтә. Байрамға әҙерлек ҡыш көндәрендә үк башлана, ауылдың тарихына, йәшәйешенә, кешеләренә бағышланған китап сығарыу ниәте тыуа. Кәрәкле мәғлүмәттәр тупланғандан һуң, китап 500 данала баҫтырыла.  

Бөгөн ауылда башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы эшләй. Ваҡытында кеүәтле булған ауыл хужалығы тарҡалғандан һуң, был йүнәлеште урындағы йүнселдәр уңышлы алып бара. Шулай уҡ халыҡ көсө менән иман йорто яңынан һалына башлаған. Ауыл йәшәй, тимәк, уның киләсәге лә бара. Ошонда тыуып-үҫкәндәр, эшләп-йәшәп киткәндәр, бында тәүге сирҡаныс алағандар, барыһы ла осрашыуҙа ихлас ҡатнашты. Үҙ-ара аралашыу йылы хәтирәләргә ҡайтып ҡалды. Бай программалы тамаша, аяҙ көн байрамға йәм өҫтәне.

Был көндө сәйғәфәрҙәр ҙә түҙемһеҙләнеп тә, бер аҙ тулҡынланып та көтөп алды. Сөнки уларҙа «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамына ентекле әҙерләнгәндәр: йорт-ҡуралар, урамдар төҙөкләндерелгән, нәҫел-тамырҙар барланған, төрлө тарафҡа һибелгән туғандар байрамға саҡырылған.

Байрамса биҙәлгән майҙанда Сәйғәфәр ауылы халҡы 6 округҡа бүленеп, бар тырышлыҡтарын һалып йола, өҫтәл, ҡул эштәре конкурсында ихлас ҡатнашты. Сара барышында ихаталар һәм урамдар торошо буйынса смотр-конкурсҡа йомғаҡ яһалды, байрамға әҙерлек барышында әүҙем ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Төбәктәрҙә уҙғарылған ошондай саралар туғанлыҡ ептәрен нығына, уларҙы берләштерә. Шуның менән бер рәттән ауылдар ҙа  төҙөкләнә. Матур байрамдар халыҡҡа йәшәүгә рухи көс өҫтәп, ауылдың йәшәйешенә, өмөтлө киләсәгенә ыңғай йоғонто яһай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика