«Йәшел ҡанаттар» 10.06.2017

Бөгөн Кушнаренко районы Первушин ауылында Бөтә Рәсәй балалар экологик акцияһы үтте. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған байрам сиктәрендә концерт программаһы, уйындар, конкурстар ойошторолдо.

Йәшел таҫма таҡҡан самолет зәңгәр күкте иңләй. Был күренеште балалар ҙа, ололар ҙа ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Ә сәхнәлә ойоштороусылар тирә-яҡ мөхит таҙа булһын өсөн уны бысратмау, һаҡсыл ҡарау мөһимлеген һөйләй. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған акцияға ҡатнашыусылар ныҡлы әҙерләнеп килгән, юлдағы сүп-сарҙы йыйып, батарейкаларҙы махсус контейнерҙарға һалды.
Сәхнәлә ижади коллективтарҙың сығышы тәбиғәткә, тыуған ергә дан йырланы. Ҙур майҙанға һуҙылған сара ғаилә һабантуйын хәтерләтте. Бер урында кескәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелһә, икенсеһендә ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Байрамда ҡатнашыусы һәр кемгә йылдың символы - йәшел таҫма бүләк ителде.
Бөтә Рәсәй  акцияһы илдең төрлө төбәктәрендә уҙа. Өфө халҡы ла экология йылында ҙур байрам итеп ойошторолған сараға әүҙем ҡушылды. Фестиваль аҙағында ҡатнашыусылар ағас үҫентеләре ултыртып, тыуған ергә йәшеллек өҫтәне.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика