Йәш опера йырсыһы Диләрә Иҙрисова Европа тамашасыһын таң ҡалдырҙы

Йәш опера йырсыһы Диләрә Иҙрисова Европа тамашасыһын таң ҡалдырҙы 18.09.2016

Башҡорт ҡыҙы 51-се Халыҡ-ара вокалистар конкурсында Гран-при яуланы.

Францияла уҙған конкурста сопрано тауышлы Диләрә Иҙрисова тамашасы һөйөүе призына ла эйә булды. Бынан тыш, уға төрлө хеҙмәттәшлек саҡырыуҙары ла күп булған. Тәүге турҙа ҡатнашырға 40 илдән 400 самаһы йырсы ғариза биргән. Уларҙың тик 98-ен генә  һайлап алғандар. Икенсе турға - 24 кеше үтһә, өсөнсөгә унауһы ғына сыҡҡан. Ҡатмарлы һынауҙар аша яҡташыбыҙ иң юғары баҫҡысҡа күтәрелә. Диләрә Иҙрисова был конкурста оркестр менән тәүге тапҡыр һирәк башҡарыла торған «Гугеноты» операһынан Маргарита арияһын да йырлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика