Йәнле кино

Йәнле кино 10.05.2016

Яңауыл районында Совет һәм Рәсәй кинофильмдарының  өҙөктәре буйынса әҙерләнгән  конкурсҡа йомғаҡ яһалды.  Ижади бәйгелә  24 коллектив ҡатнашты.

Үҙешмәкәр коллективтар тарафынан  сәхнәләштерелгән кинофильмдар менән таныштырып торорға кәрәкмәй. Уларҙың барыһы ла  халыҡҡа яҡшы таныш. Был кинолар һәм уларҙа уйнаған актерҙарҙың исеме алтын фондҡа ингән. Яңауыл оҫталары  был  фильмдарҙың иң сағыу һәм  ҡыҙыҡлы мәлдәре буйынса  миниспектаклдәр әҙерләгән.  Актерҙарҙың бирелеп уйнауы ла һоҡландыра, уларҙың оҫталығын жюри ағзалары ла юғары баһаланы. 15 коллектив Гала-концертҡа үтте
Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Мәҫәлән, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле  Алһыу Щепотьеваға бирелде.
Өсөнсө дәрәжә лауреаттары исеменә китахана һәм финанс идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре, икенсе урынға Яңауылдың 4-се мәктәбе һәм пионерҙар йорто, беренселеккә  1-се  мәктәп һәм 7-се балалар баҡсаһы лайыҡ булды. Ә бына конкурстың иң юғары наградаһы-Гран-при  15-се балалар баҡсаһына тапшырылды.  Улар «Ханума» фильмынан өҙөк күрһәтте.
Конкурс тамам, ижади бәйге Яңауылда бик күп һәләтле сәхнә оҫталарын, үҙешмәкәр коллективтарҙы асыҡланы. Район халҡы йыл аҙағына тиклем кино йылына арналған тағы бер нисә сара ойошторорға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика