Ҡыҫҡа метражлы «Визит» кинофильмы прокатҡа сыға

Ҡыҫҡа метражлы «Визит» кинофильмы прокатҡа сыға 26.08.2014

Картинаны 12 сентябрҙән Өфө һәм республика район-ҡалалары тамашасылары ла ҡарай аласаҡ. Киносеанстар әлегә 14 ҡала һәм 17 районда билдәләнгән. Билет хаҡы ҡиммәт түгел, ул 30-50 һум булыр тип күҙаллана.

Донъя балеты йондоҙо Рудольф Нуриевҡа арналған картина 1977 йылда булған ваҡиғаларға нигеҙләнеп төшөрөлгән. Иордания батшабикәһе Динә Әбдль-Хәлид мәсет мөфтөйөнә Ҡөрьән китабын тапшырырға теләп Өфөгә килә. Ысынбарлыҡта, уның төп маҡсаты Рудольф Нуриевтың әсәһе менә осрашыу була. Ә партия етәкселәре был турала белергә тейеш булмай. Был ролдә - Рәсәй актрисаһы Лаура Кеосаян, ә балет оҫтаһының әсәһен Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева уйнай. Картина Башҡортостанда төшөрөлгән, Иордания, Франция менән бәйле кадрҙар компьютер ярҙамында эшләнгән. Уҙған быуаттың 70-се йылдарын һүрәтләү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған. Режиссер әйтеүенсә, Өфөлә шул осорҙан бирле үҙгәрмәгән, боронғолоҡто һаҡлаған урамдар етерлек. Ярты сәғәтлек фильмда геройҙар башҡорт, рус, ғәрәп, инглиз, француз телендә һөйләшә. Проект Башҡортостан Президенты грантына эйә. Фильм сентябрҙә Ҡазандағы X Мосолман киноһы фестиваленә һәм ноябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Русское Зарубежье» халыҡ-ара кинофестиваленә саҡырыу алған.
Булат Йосопов, кинорежиссер: «Фестивалдәрҙә ҡатнашып торабыҙ, Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙа фильмдарҙы күрһәтәбеҙ, ә үҙебеҙҙең тамашасыларҙы йыйып кино ҡуйыу онотолоп бара. Ғаилә менән кинотеатр, клубтарға барып фильм ҡарау ғәҙәтен тергеҙергә кәрәк, ул бик матур йола. Сөнки халыҡтан башҡа кино көнө, байрамы булыуы мөмкин түгел».
Режиссерҙың тиҙҙән «Өфө» футбол клубына арналған документаль фильмының премьераһы ла көтөлә. Премьер-Лигаға сығыу айҡанлы клубтың тарихы, тормошо менән таныштырыусы картинаны «Родина» кинотеатрында 6 сентябрҙә киске сәғәт 7-лә ҡарарға мөмкин.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку