Владивостокта Приморье крайы халыҡтарының дүртенсе Конгресы уҙҙы

Владивостокта Приморье крайы халыҡтарының  дүртенсе  Конгресы уҙҙы 15.09.2016

Сарала Приморьела  йәшәүсе милли һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм Рәсәй төбәктәренән килгән ҡунаҡтар  ҡатнашты. Конгресс «Халыҡтар дуҫлығы - Приморье крайының уңышлы уҫеше нигеҙе» девизы аҫтында уҙҙы. Төбәктә 158 милләт йәшәй.

Милләт-ара теләктәшлек,  ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға ҡоролған  байрамдар уҙғарылып тора. Икенсе йыл инде  край губернаторы етәкселегендә   милләт-ара мөнәсәбәттәр советы эшләй. Халыҡтар ассамблеяһы булдырылыуға ун йылдан ашыу  ваҡыт үткән. Сарала Приморье крайы халыҡтары ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә тос өлөш индереүселәргә «Маҡтау» һәм «Рәхмәт ҡағыҙҙары» тапшырылды.
Төрлө халыҡтарҙың ижади коллективтары  концерт менән сығыш яһаны. «Күп милләтле ихата» күргәҙмәһендә  башҡорт, рус, татар  һәм башҡа милләт халыҡтары көнкүреш әйберҙәре  һәм декоратив -ҡулланма өлгөләре күрһәтелде. Төбәктә 1991 йылда  Йәүҙәт Ғиззәтуллин башланғысы менән булдырылған «Тыуған ил» Приморье крайы башҡорттары һәм татарҙары йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә.  Үҙәк йыл һайын Владивостокта  июнь аҙағында һабантуй  уҙғара. 2012 йылда ул федераль кимәлдә ойошторолған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика