Владимир Спиваков саҡыра 18.09.2015

Бер сәғәт элек кенә  «Башҡортостан» концерт залында ошо исем аҫтында  халыҡ-ара классик музыка фестивале тамамланды. Тамашаға бөтә билеттарҙың да һатылып бөтөүе үҙе үк Өфө халҡының классик музыканы яратыуын һәм  көтөп  алыуын  күрһәтә. Тамашасылар араһында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та бар ине.

Был фестивалде ысын мәғәнәһендә күңел һәм моң байрамы тип әйтергә мөмкин.   Тамашасылар һәр бер сығышты көслө алҡыштарға күмә. Был аңлашыла, Рәсәйҙең  милли филармония оркестры донъяның  иң яҡшы  симфония коллективтарының береһе, уның художество етәксеһе һәм баш дирижеры  билдәле музыкант Владимир Спиваков.   Башҡортостанда  оркестр   өс концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ, бөгөн фестивалдең тәүге көнө.  Был  юлы тамашасылар  Бетховендың  үлемһеҙ әҫәрҙәрен илһамланып тыңланы,  классик музыка даръяһында йөҙҙө. Оркестр составында  бөтә донъяға билдәле музыкантттар менән бергә йәш сәхнә оҫталары ла сығыш яһай.  
Владимир Спиваков тип аталған халыҡ-ара фестиваль  бөтә донъяға билдәле, уның  географик даирәһе бик киң. Һуңғы бер нисә йыл эсендә генә  ижади коллектив Ер шарының һәм илдең тиҫтәләрсә төбәген урап сыҡҡан. Былтыр фестиваль  Минскиҙа, Улан-Удэла һәм Ҡазанда үткән. Быйыл   данлыҡлы  оркестр өфө сәхнәһен илаһи моңға сорнаны.
Иртәгә иһә тамашасыларҙы Италияның романтик композиторҙары  Верди, Россини, Доницетти әҙәрәҙәре көтә. Фестивалдең һуңғы көнөндә иһә оркест Чайковский, Мендельсон һәм Массненың  мәңгелек әҫәрҙәрен башҡарасаҡ. Моң байрамынан ситтә ҡалмағыҙ, фестиваль "Башҡортостан" концерт залында үтә.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика