Венеция битлектәре 06.01.2016

Битлектәрҙе Өфөлә йәшәүсе оҫта үҙ ҡулдары менән яһай.  Фотосессиялар,  төрлө байрамдар алдынан уның  эштәренә ихтыяж арта.

Александра Кузнецова ике бала әсәһе. Һөнәре буйынса инженер-технолог. Үҙенсәлекле шөғөлгә ул тормош иптәшенең тәҡдиме буйынса туғандарына бүләккә битлек яһағандан һуң тотона.  
Александра Кузнецова, оҫта: «Иң тәүҙә битлектең формаһы эшләнә. Артабан уға елем ярҙамында ҡағыҙ киҫәктәре йәбештерелә. Кипкәс наждаклы ҡағыҙ менән шымартам».
Сираттағы эше - мөхәббәт алиһәһе Лада битлеге. Оҫта уны дуҫтарына бүләк итергә ниәтләнә.
Алесандра Кузнецова: «Махсус рәүештә эскиз эшләгәнем юҡ. Башҡа килгән уйҙы ҡағыҙ битенә һыҙғылайым да эшкә тотонам. Барыбер эш ваҡытында заказ биреүселәрҙең йә планы үҙгәрә, йә яңы фекерҙәр барлыҡҡа килә. Ғөмүмән, шулай иткәндә эш күпкә яҡшыраҡ килеп сыға».
Кузнецовтарҙың фатирында дүрт тәбиғәт күренешен сағылдырыусы матур композиция бар. Ут, Һыу, Ер, Һауа. Был идея  ҡабырсаҡтар менән биҙәлгән күкһел һыуҙан тыуа. Ер - тереклек, мөхәббәт, нәфислек символы. Сағыу ҡыҙыл, ҡара төҫтәргә буялған Ут битлеге ир-егеткә тәғәйенләнгән. Ни тиһәң дә, ул яугирлыҡты сағылдыра. Ә бына аҡ ҡауырһындар менән биҙәлгән Һауа битлеге еңеллек билдәһе. Был битлектәрҙе оҫтабикәнең дуҫтары үҙенсәлекле, сағыу фотосессияла ла ҡуллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика