«Ватан» этнопаркында – «Башҡорт туйы» 21.08.2015

Тамаша-йоланы ҡарарға йөҙҙәрсә халыҡ йыйылды, туйҙа улар үҙҙәре лә ҡатнаша алды. Ролдәрҙә театр актерҙары, этнопарк хеҙмәткәрҙәре һәм хатта, ябай программистар. Онотола барған ғөрөф- ғәҙәттәрҙе тергеҙергә мөмкинме йәки башҡорт туйы нисек булырға тейеш?

«Ҡыҙ йәшереү». «Ватан» этнопаркында барған тамашала кәләште ысынлап йәшермәһәләр ҙә, башҡорт туйы элементтарын күрергә була. Хәҙерге туйҙарҙа был йола бер ни тиклем бар кеүек, әммә ул ЗАГС алдынан кейәү яғы кәләш йортона килгәс ашыҡ-бошоҡ башҡарыла. Ә башҡорттарҙа борон ҡыҙҙы никахтан һуң , йәштәрҙе аҡ тирмәгә индерер алдынан, «Йыртыш йолаһы»на тиклем йәшергәндәр. Кейәү менән кәләш ролендәге йәштәр тормошта ғаилә пары икән. Бынан өс йыл элек туйҙарын улар башҡорт йолаларына таянып үткәреүен билдәләй.
Туй ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. «Һандыҡ һатыу», «Килен төшөрөү» йолаһы еренә еткереп башҡарылды. Ғаилә ҡорорға теләгән егет тәүәккәл, батыр, мәргән һәм уңған булырға тейеш. Усаҡ яҡтырып, уҡтан аттырып кейәүҙе төрлө оҫталыҡта һынап ҡаранылар. Туйға Әбйәлилдән «Ағинәйҙәр ҡоро» ла килеп еткән.
Һырға һабағы бирешеү йәки «Ҡолаҡ тешләтеү» йолаһы буйынса ҡыҙ менән ир баланы бәләкәй саҡтарында димләп ҡолаҡтарын тешләткәндәр йә бер-береһенә иҫтәлекле бүләк биргәндәр. Буй еткергәс улар өйләнешергә тейеш булған. Хәҙерге заманда был ғөрөфтө тотоуҙы күҙ алдына килтереүе ҡыйын, әлбиттә. Әммә шуныһы бар, боронғо йолалар милләтте, ырыу тамырҙарын һаҡлау йүнәлешендә эшләгән. Шуға ла милләт-ара никахтар күҙәтелмәгән тиерлек. Ғаилә ҡорған парға бәхетле тормош теләп туйҙа рюмка сәкәштереп ултырыу ҙа башҡа һыймаған хәл, ти ағинәйҙәр.
Хәҙерге туйҙар ғаилә байрамынан бигерәк шоуҙы хәтерләтә. Көнбайыш йоғонтоһо көслө. Ҡунаҡтар саҡырылған билдәле артистар сығышын, йә клоундарҙы ҡарап ултырырға ла мәжбүр. Туйҙарҙа башҡорт йолаларын тергеҙеү халҡыбыҙҙың асылына ҡайтырға ярҙам итәсәк ти, йәштәр.
Матди яҡтан ҡарағанда, ҡыҙ яғы туйға бирнә әҙерләгән, ә егет ҡалым түләгән. Ҡалымдың күләме алдан һөйләшелгән. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ул бер көтөү мал тип тә баһаланған.
Замандың үҙ ҡанундары. Хәҙер туй үткәреү өсөн йәштәрҙең ата-әсәһе банктан кредит алып уны бер нисә йыл дауамында түләп бөткәнсе, йәш пар айырылышып та ҡуя. Ә борнонғо йолалар кешенең тәбиғәтен, уның донъялағы тәғәйенләнешен иҫәптә тотоп һәм бик уйлап эшләнгән.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика