«Ваҡыт магияһы» үҙенә арбай

«Ваҡыт магияһы» үҙенә арбай 30.11.2016

Башҡортостандың Милли музейында боронғо сәғәттәр күргәҙмәһе асылды. Валерий Шатаев сәғәт механизмдарын йыйыу менән ун биш йылдан ашыу шөғөлләнә, ошо ваҡыт эсендә ул үҙенең коллекцияһын йөҙ дана менән байытҡан.

Валерий Шатаев үҙенең коллекцияһы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер. Секундтар, минуттар артынан ҡыуыусы был механизмдарҙың күбеһе 18-19-сы быуатҡа ҡарай. Күргәҙмә авторы эшлектән сыҡҡан боронғо сәғәттәргә йән өрөүсе тиһәк тә була. Экспонаттар һаман да эшләй, текелдәгән тауыш бер ҙә тынмай. Был шөғөл үҙенә күрә ҡыҙыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта ҙур түҙемлек тә талап итә.
Валерий Шатаев, боронғо сәғәттәр коллекцияһын йыйыусы: «Был бит  сәғәттәрҙең ысын тарихы. Был механизмдарҙы мәңгелеккә туҡтатып булмай! Эшләмәһәләр, ни бары ремонтларға, таҙартырға ғына кәрәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бик мәшәҡәтле эш. Коллекциямда Совет осорондағы өлгөләр күп. Бигерәк тә герле сәғәттәргә һоҡланмау мөмкин түгел».  
Валерий Шатаевтың коллекцияһы үтә лә бай. Күргәҙмәгә килеүселәр бында камин,  карап, кеҫә, ҡул сәғәттәре менән дә таныша ала. Араларында һирәк осрай торған эскпонаттар ҙа етерлек, мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәре ағас механизмында эшләй.
Экспонаттар төрлө илдәрҙә эшләнеүе менән дә ҡыҙыҡлы. Күргәҙмә ҡунаҡтарын текелдәгән сәғәт телдәре киләсәккә генә әйҙәмәй, үткәндәргә лә алып ҡайта. Валерий Шатаев әйтеүенсә, бөгөн боронғо был механизмдарға иғтибар етенкерәмәй, уларҙың хаҡы ла арзан. Әммә күпме фәлсәфәүи мәғәнәғә эйә был ваҡыт даръяһына илтеүсе предметтар.
Бөгөн һәр кемдең ҡулында телефон, ҡул сәғәте йөрөтәһе лә түгел. Был бит кешелектең дә ни тиклем алға китеүен күрһәтә. Күргәҙмәгә килеүселәр боронғо механизмдарға ҡарап, ваҡыт магияһында тормош мәғәнәһен дә табыр тигән өмөт бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика