Уйна, гармун!

Уйна, гармун! 30.05.2015

Яңауылда гармунсылар конкурсы үтте. Һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған күләмле сарала 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. «Моңға бай гармун байрамы» конкурсҡа нигеҙ һалыусы Фәтих Иҡсанов исемен йөрөтә.

Гармунсылар конкурсы моң һөйөүселәр өсөн оло байрам. Бында дәртле көйҙәр ишетергә, сәнғәт оҫталары  менән танышырға була. Мәҫәлән, бер конкурсант - Леонид Хазипов улы менән сығыш яһай. Ике йәшлек Роман  иң йәш ҡатнашыусы.
Конкурсҡа нигеҙ һалыусы Фәтих Иҡсанов үҙенең исемен музыкаль сара ярҙамында мәңгеләштергән тиергә лә була. Был көндәрҙә Яңауылға ғәҙәттәгесә, илдең төрлө төбәктәренән гармун һөйөүселәр йыйыла. Шуныһы ҡыҙыҡ,  бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа байтаҡ.
Ҡулыңа гармун алдыңмы, уны кире ҡуйыу мөмкин түгел тиҙәр. Туймазынан килгән Йәмил Хәсәнов та шундайҙарҙан. Ул шулай уҡ күрек телдәрен йүнәтеү оҫтаһы ла. 87 йәшлек уҙаман әле һаман дәртен юғалтмаған, һис икеләнеп тормайынса конкурста ҡатнашып ҡарар иткән.
Йәмил Хәсәнов, конкурста ҡатнашыусы: «Мин гармунда 6 йәштә уйнарға өйрәнгәйнем. Аҙағыраҡ һуғыш башланды. Гармун уйнаусы ағайҙар фронтҡа киттеп бөттө. Шаяртып әйткәндә, музыка ҡоралы беҙҙең - балаларҙың ҡулына күсте тиергә лә була. Шунан бирле гармунды ташлаған юҡ».
Конкурсанттарҙың сығышын билдәле музыканттарҙан, төрлө фестиваль лауреаттарынан торған баһалама комитеты баһаланы. Профессиональ һәм һәүәҫкәр музыканттар айырым номинациялар буйынса билдәләнде. Иғтибарҙан гармун эшләү оҫтаһы ла ситтә ҡалманы. Жюри ағзалары, ойоштороусолар  сараның йылдан-йыл киңерәк танылыуын билдәләй. Сөнки улар өсөн гармун ябай музыка ҡоралы ғына түгел, ә йәне булған, уй кисерештәреңде тойған тоғро дуҫ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика