«Уятырға ашыҡтым ҡояшты...»

«Уятырға ашыҡтым ҡояшты...» 08.11.2016

Арабыҙҙан иртә киткән күренекле шағир һәм прозаик Риф Тойғондоң хәтер кисәһе шулай тип аталды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙған сара әҙиптең тыуыуына 70 йыл тулыуға арналды. Хәтер кисәһендә шағирҙың яҡындары, ҡәләмдәштәре һәм уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты.

Риф Тойғон тиҫтәләрсә пьеса, повесть һәм шиғырҙар йыйынтығы авторы. Әҙәби сараның Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙғарылыуы юҡҡа ғына түгел, шағир оҙаҡ йылдар театрҙың әҙәбиәт бүлеген етәкләй. Театр актерҙары әҙиптең төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙарын әҫәрләнеп һөйләне, сәхнәлә уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика