Ҡурайсылар йәнә бәйге тота

Ҡурайсылар йәнә бәйге тота 24.06.2016

Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбәев исемендәге  республика ҡурайсылар конкурсы уҙа. Быйыл ул мәшһүр ҡурайсының тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо.

Район үҙәге - Аҡъярҙың ял һәм мәҙәниәт паркында ойошторолған сараны асыу тантанаһы сәхнәләштерелгән тамаша менән башланды. Бындай сағыу тамашаны хәйбуллалар биш йыл һайын күҙәтә. Халыҡтың музыкаль традицияларын  артабан үҫтереү маҡсатында уҙғарылған конкурс өсөн Хәйбуллалар яҡташтары, ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Йомабай Иҫәнбаевҡа рәхмәтле.

Хәйбулла ерендә мәшһүр яҡташтары исемендәге ҡурайсылар конкурсы  1991 йылдан үткәрелә башлай. Жюри составын инде оҙаҡ йылдар ҡасандыр үҙе лә ошо конкурста еңеүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы,  С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов етәкләй.

Конкурста республиканың 20 районынан, Ырымбур өлкәһе менән Марий Эл  республикаларынан һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар, ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнаша. Конкурс ике турҙа - 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәк  йәш категорияларында үтә.

Рухиәт байрамы шәмбе  Йомабай Иҫәнбаевтҡа тыуған ауылында музей асыу тантанаһы һәм Гала -концерт менән тамамлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика