Ҡурай моңо Монако принцының күңелен яуланы 05.11.2015

Был  кенәзлектә  Рәсәй йылын рәсми асыу тантаналарында  Башҡортостандан «Ҡурайсы» төркөмө сығыш яһаны.

Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмөнә алдынғы Европа илдәре тамашасыһын әсир итеү бер ни тормай. Халҡыбыҙҙың фольклор һәм этнография традицияларын дауам итеүселәрҙең моңон Монако тамашашасылары ла йылы ҡабул итә. Халыҡсан моңдан үрелгән концерттарҙы зауыҡлы Европа тамашасылары башҡарыу маһирлығы өсөн көслө алҡыштарға күмгән.
Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев «Ҡурайсы» төркөмө менән берлектә ун йыл дауамында сығыш яһай. Халыҡсан уйын ҡоралы ҡурайға барабан, ҡыңғырау, думбыра сыңы ҡушылған көйҙәр ниндәй илдән, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан һәр йөрәкте әсир итә. Монако кенәзлегенә сәйәхәт яҡташыбыҙ Гөлшат Үҙәнбаева ярҙамында ойошторолған.
Монакола ун көнлөк гастролдәр барышында  Башҡортостан егеттәре ҡурай буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирә. Юғары зауыҡлы сит ил тамашасыһы менән аралаша. Канны, Ницце ҡалаларынан Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө сығыштарын ҡабат-ҡабат килеп тамаша ҡылыусылар ҙа табыла.
Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмөнөң Европала сығышы «Монакоға Рәсәй йылы» саралары менән генә сикләнмәйәсәк. Киләһе йыл талантлы йәштәрҙән торған этнотөркөм Принц һарайында ла сығыш яһарға иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика