«Урал батыр»ҙың кейеҙҙән тегелгән костюмдар коллекцияһы Мәскәү тамашасыһы һөйөүен яуланы

«Урал батыр»ҙың кейеҙҙән тегелгән костюмдар коллекцияһы Мәскәү тамашасыһы һөйөүен яуланы 14.01.2015

Бөйөк әҫәр геройҙарын Республика халыҡ ижады үҙәгенең ҡул оҫталары кәүҙәләндергәйне.

Хәйләкәр һәм мәкерле Зәрҡүм -  «Урал батыр» эпосының иң сағыу образдарының береһе.  Кейеҙ баҫыусылар был йыланды әҫәрҙең йөкмәткеһенә ярашлы, костюм деталдәре аша сағылдырырға тырышҡан.
Республиканың төрлө район-ҡалаларынан берләшкән ижади коллектив утыҙға яҡын мәшһүр әҫәр геройын кейеҙҙә йәнләндергән. Был эштәр республикала ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә лә юғары баһаланған. Яңыраҡ коллекция Мәскәүҙә үткән «Этно-Эрато» Икенсе Евразия юғары милли мода конкурсында «Иң яҡшы көнсығыш костюмы» номинацияһында еңеү яуланы.
Кәримә Кайдалова, «Урал» галереяһы етәксеһе: «Беләһегеҙме, беҙҙең өсөн еңеү яулай мөһим түгел ине, иң әүәле – «Тамға» проекты нигеҙендә республиканың ҡул оҫталарын берләштергән ижади төркөм барлыҡҡа килде».  
Улар халыҡ кәсебен - кейеҙ баҫыуҙы профессиональ кимәлгә күтәреү маҡсатында рәссам, дизайнерҙар менән кәңәшләшеп эш итә. Тәүҙә буласаҡ костюмдың эскизы ҡағыҙҙа төшөрөлә, иң яҡшыһы тип танылғаны кейеҙҙә баҫыла.
Александр Кирдякин, дизайнер: «Тәбиғи материалдан ғына эшләнгән образдарҙы рәссамдар төрлө элементтар менән тулыландырҙы. Мәҫәлән, ҡайһы бер костюмдар тимер әйберҙәр менән биҙәлде».
Әйткәндәй, кейеҙ баҫыусыларҙың эшмәкәрлеге бының менән генә сикләнмәй - киләсәктә башҡа эпостарға таянып та әҫәр геройҙарын кәүҙәләндереү ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика