«Умырзая» халыҡ фольклор ансамбленә - 30 йыл 17.11.2016

Башлыса Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ижади коллективты Фәрзәнә Тусалина ойошторған. «Умырзая»ла сығыш яһаусы һәүәҫкәрҙәр  ҡашмау, түшелдерек кеүек милли кейем-биҙәүестәрҙе үҙҙәре тегә. Әле улар Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыу теләге менән яна.  

Фәрзәнә Тусалинаның йорт эсе бәләкәй оҫтахананы хәтерләтә. Яҡын әхирәте, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Римма Рәхмәтуллина  менән түшелдерек тегәләр. Сәхнә сығыштары өсөн махсус түшелдеректәрҙе теккәндән һуң, ейәнсәрҙәренә һәм ҡыҙҙарына ла үҙ ҡулдары менән тегелгән һәм нағышланған милли кейемдәргә тотонмаҡсылар.
Улар республика күләмендәге бер генә мәҙәни саранан да ситтә ҡалмай. «Умырзая»ларға күптән түгел «Яратам һине, ормош!2 фестиваленең Гала-концертында сығыш яһау бәхете тейгән. «Ашҡаҙар моңдары» фольклор байрамы ла оҫта таҡмаҡсы һәм бейеүселәрһеҙ үтмәй.
Ҡатын-ҡыҙҙар аҙнаһына өс тапҡыр Ҡашҡар ауылы мәҙәниәт йортона репитицияларға йыйыла. Һәр кем сығыштарҙы халыҡсан хәрәкәттәр, ым-ишара менән байытырға тырыша. Улар сәхнәлә башҡорт милли кейемендә сығыш яһай. Район хакимиәт башлығы сәхнәләге уңыштары өсөн кастюмдарҙы бүләк-дәртләндереү булараҡ махсус тектергән. Тегенгә оҫта ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли күлдәктәре бер-нисә дана. Сәхнә түренән төшмәүсе  бейеүселәрҙең күбеһе хаҡлы ялда. Әммә уларҙың төшөнкөлөккә бирелергә ваҡыттары юҡ.
.Йылайыр районы Ҡашҡар мәҙәниәт йортоноң «Умырзая» халыҡ фольклор ансамбле коллективы 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклор байрамында ла ҡатнашырға иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика