«Улай булыуы мөмкин түгел» исеме аҫтында Өфөлә хәйриә спектакле сәхнәләштерелде 22.11.2016

Актерҙар ролендә театр хеҙмәткәрҙәре түгел, ә төбәктең билдәле эшҡыуарҙары. Саранан төшкән килем республиканың йәш таланттарына тапшырылды. «Билдәле шәхестәр - балаларға!» проекты ла тап ошо маҡсаттан ойошторолдо.

Төбәктең билдәле банк етәксеһе, медицина үҙәге директоры, эшҡыуарҙар - бер сәхнәлә! Тамашасы алдында улар ниндәйҙер даирә вәкиле тип түгел, ә артист булараҡ сығыш яһаны. Уларға был мөмкинлекте «Билдәле шәхестәр - балаларға!»  хәйриә проекты бирҙе.
Төбәктең билдәле эшҡыуарҙары Антон Чехов менән Михаил Зощенко әҫәре буйынса әҙерләнгән «Улай булыуы мөмкин түгел» тип исемләнгән спектакль тәҡдим итте. Тәүге тапҡыр үҙҙәрен актерлыҡ оҫталығында һынап ҡараған шәхестәр башҡарған ролдәренән ҡәнәғәт. Әҫәрҙе сәхнәгә сығарыу күп ваҡыт талап иткән. Ҙур тырышлыҡ һалынғанға спектаклде тамашасылар йылы ҡабул итте. Һәүәҫкәр актерҙарҙың сығышы көслө алҡыштарға күмелде.
Гөлнара Имаева, ресторан етәксеһе: «Репетициялар күп кенә ваҡытты алыуға ҡарамаҫтан, минең өсөн ул ниндәйҙер бер һөҙөмтәгә ирешеү ине. Бизнестан айырмалы, бында мин ял иттем тип әйтә алам. Проект миңә көс бирҙе, рухландырҙы».  
Хәйриә спектакле талантлы балалар башланғысын хуплау маҡсатында ойошторолдо. Саранан йыйылған аҡса сәнғәт, спорт өлкәһендә уңыш ҡаҙанған йәш таланттарға йүнәлтелде. Берҙәм көс ярҙамында эшҡыуарҙар балаларҙың хыялын тормошҡа ашырҙы. Кемеһелер музыка ҡоралдары, берәүҙәре спорт тауарҙары менән бүләкләнде. Әйткәндәй, проект Башҡортостанда беренсегә ойошторолдо. Бығаса ул Рәсәйҙең Һамар, Һарытау, Пенза ҡалаларында уҙған. Хәйриә сараһы ярҙамында 300-ҙән ашыу балаға ярҙам күрһәтелгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика