Улар ерҙән тороп күктә йондоҙҙар ҡабыҙа

Улар ерҙән тороп күктә йондоҙҙар ҡабыҙа 06.03.2015

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге  республика гимназия-интернаты  йыр-моңға һәләтле балаларҙы үҙенә йыйҙы.  Бында «Мираҫ»  мәҙәниәттәр  фестивале үтте.

Ассоциаланған   ЮНЕСКО  мәктәптәре араһында Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге «Мираҫ»  мәҙәниәттәр  фестивале Республика музыка мәктәп-интернатында  үтте. Был сара Берләшкән милләттәр  һәм ЮНЕСКО  ойошмалары нигеҙ һалыуға  етмеш һәм Башҡортостанда иғлан ителгән әҙәбиәт йылына арналды. Мәҙәниәтте, рухты байытыусы сараның географияһы ла бай.Үҫмерҙәр  фестивалгә республиканың төрлө төбәктәренән килгән.
Фестивалдең маҡсаты-талантлы йәш башҡарыусыларҙы, коллективтарҙы  асыу һәм артабан ижади һәләттәрен үҫтереү, әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
«Әҙәби һүҙ» конкурсында ҡатнашыусылар ҙа тәрән мәғәнәле  шиғырҙар ятлаған. Балалар нисә йәштә, ниндәй мәктәптә уҡыуына ҡарамай, әҙәби ижадҡа тартыла, үлемһеҙ шиғырҙарҙы  сәхнәлә тасуири уҡып, тамашасыны  һоҡландыра. Улар араһында коррекцион интернат уҡыусылары  сығышы айырым иғтибарға лайыҡ. Сибай ҡалаһынан килгән  Гүзәлиә Фәттәхованың  шиғри шәлкемдәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Был сараның үҙенсәлеге - унда ҡатнашыусылар тере тауышҡа йырлай һәм музыкаль инструменттарҙы уйнап ,оҫталығын күрһәтә. Сәхнәлә  башҡорт, рус, инглиз телдәренәдә  сығыш яһарға мөмкин.
Йыр-моңға Һәләт һәр бер балаға һалынған, тик уны ваҡытында күрә белеп үҫтерергә генә кәрәк, тигән фекерҙә үҫмерҙәрҙе бындай мәртәбәле конкурсҡа әҙерләүселәр. «Мираҫ» конкурсы  еңеүселәренә сертификаттар һәм Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының һәм мәҙәниәт министрлығының дипломдары тапшырыласаҡ.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика