Ул теккән күлдәктәрҙе кейгәс, йырсылар йырлап ебәрә, бейеүселәр бейеүгә төшөп китә

Ул теккән күлдәктәрҙе кейгәс, йырсылар йырлап ебәрә, бейеүселәр бейеүгә төшөп китә 06.01.2016

Был һүҙҙәр танылған   дизайнер -модельер Сайма Хәсәнова хаҡында. Ыҫпай һәм килешле  кейенеү серҙәре менән ул  һәр ваҡыт ихлас уртаҡлаша.  

Билдәле дизайнер-модельер Сайма Хәсәнованың ҡулында сағыу туҡымалар күркәм кейемгә, кес кенә мәрйендәр һоҡланғыс биҙәүестәргә әйләнә. Тап шуға ла һәләтле модельер уйлап тапҡан бәләкәй генә өлөшсәләр ҙә байрам күлдәген сағыу һәм үҙенсәлекле итә.
Кейемдәр ижад иткәндә Сайма Дамир ҡыҙы туҡыманың сифатына, уның теге йәки был гүзәл затҡа килешлегенә һәм төҫтәр гармонияһына ла иғтибар итә. Күлдәк тектереүселәр менән  бергә кибеттә тауар һайларға ла иренмәй.
Модельерҙың матурлыҡ кәңәштәре менән «Башҡортостан ҡыҙы» журналы аша ла танышырға мөмкин. Былтыр ул ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһында «Камиллыҡҡа ынтылыш» рубрикаһын алып барып, барлыҡ уҡыусыларҙы шатландырҙы һәм йыл аҙағында журналдың дипломына ла лайыҡ булды. Сайма Хәсәнованың эш өлгөләре көндәлек тормошта, оло тантаналар һәм  ҙур сәхнәләрҙә лә һәр кемдең күңелен күтәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика