Учалылар буҙа ҡойоп, таҡмаҡ әйтте!

Учалылар буҙа ҡойоп, таҡмаҡ әйтте! 23.10.2015

Миндәк ауылы мәҙәниәт һарайында шифалы эсемлеккә арналған байрам  биш ауыл ағинәйҙәрен берләштерҙе. Урындағы халыҡ конкурсҡа махсус әҙерләп килтерелгән милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарап, үҙ баһаһын бирҙе. Артабан милли йолаларҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән сарала ҡатнашыусы командалар барыһын да сәхнәнән сәләмләне. Буҙаға  реклама яһауҙа ярышты. Һыуһын ҡандырыусы, туҡлыҡлы эсемлек хаҡындағы монологтарҙы тамашасы көслө алҡыштарға күмде.

Конкурс йыр-моңға, бейеүгә маһирҙарҙы, үткер телле сәсәниәләрҙе асыҡланы. Бигерәк тә Юлдаш ауылы ағинәйҙәре конкурсҡа етди әҙерләнеп килгәйне. Оло йәшкә еткән ҡатындар «Буҙа ҡойоу - ҙур талапсанлыҡ талап итә»,- тип иҫәпләй. Эсемлекте әҙерләгәндә һаҡсыл булырға кәрәк, юғиһә, тәме юғала

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика