Учалыла башҡорт халҡының аҫыл улы, сығышы менән ошо төбәктән булған Ҡарас сәсән исеменә бағышланған уҡсылар бәйгеһе үтте

Учалыла башҡорт халҡының аҫыл улы, сығышы менән ошо төбәктән булған Ҡарас сәсән исеменә бағышланған уҡсылар бәйгеһе үтте 04.05.2017

Турнирға республика район-ҡалаларынан һәм сит өлкәләрҙән ҡырҡҡа яҡын ҡатнашыусы килде. Байрам сиктәрендә Ҡарас сәсәнгә таҡтаташ асылды. «Ауыл көтә улдарын» сараһы сиктәрендә үткәрелгән байрам ҡунаҡтарын Учалылар йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Ауыл мәҙәниәт йортонда үткән сараның беренсе өлөшөндә урындағы хакимиәт башлығы «Наурыҙ ауылының арҙаҡлы улы» тигән маҡтаулы исемдәрҙе тапшырҙы. Уға Хәйҙәр Ғарипов һәм Рәис Низаметдинов лайыҡ булды.

18 быуаттың билдәле башҡорт сәсәне һәм батыры Ҡарас сәсәнгә таҡтаташ асыу тантанаһы олоһон да, кесеһен дә тарихи ваҡиғаларға алып ҡайтты. Обелискты асыу хоҡуғы Наурыҙ аҡһаҡалдары, йыл кешеһе исемен йөрөткән иң йәш батыр Айнур Мәннәновҡа бирелде.
Ысынлап та, Ҡарас сәсәндең ҡәбере табылып, бөгөн ул тәртипкә килтерелеп, кәртәләп ҡуйылған. Ауылдаштар батырҙың яҡты рухына аяттар бағышланы. Артабан байрам  программаһы буйынса урындағы халыҡ дәррәү өмәләрҙә ҡатнашты. Ауыл хакимиәте бинаһы алдында Ҡарас сәсән паркы булдырылып, унда ағас үҫентеләре ултыртылды.
Сараның иң тулҡынландырғыс һәм мауыҡтырғыс өлөшө уҡтан атыу турниры булды. 33 уҡсы, улар араһынан 8 гүзәл зат вәкиле кемуҙарҙан тиҙ атыш, һунар һәм кереш тип аталған үҙенсәлекле һынауҙарҙа көс һынашты.
Икенсе көндә ҡатнашыусылар өсөн атта сабып барған килеш уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Был йәйгеһен районда уҙасаҡ турнирға әҙерлек тә булып тора. Наурыҙ ауылындағы байрам йыр-моң,  онотола барған  йолалар, уйындар менән шаулап-гөрләп үтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика